Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:59

Сит ил студенттары Рәсәй вуздарын ярата икән

#нацпроекты

Сит ил студенттары Рәсәйҙе ярата икән... Һуңғы ун йылда Рәсәйгә сит илдәрҙән уҡырға килеүселәр һаны ике тапҡырға артҡан.
2010 йылда Рәсәй уҡыу йорттарында 153 мең сит ил студенты белем алһа, 2019 йылда иһә был һан 297,9 меңгә еткән. Был сит илдә Рәсәйҙең мәғариф системаһына хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында һөйләй, тип хәбәр итә мәғариф министрлығы. 688 юғары уҡыу йортонда һәм 465 филиалында сит ил студенты уҡый. Иң күбе Ҡазан федераль университетында - 8717, унан һуң Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында - 7248, Мәскәү финанс-сәнғәт университетында - 6123, Санкт-Петербургтың Бөйөк Петр политехник университетында - 4976, Юғары иҡтисад мәктәбендә - 4362. Ә бына Башҡортостанда 3200-ҙән ашыу сит ил студенты белем ала, һәр ваҡыттағыса беренсе урында Өфө дәүләт нефть техник университеты килә, унда 1300 студент белем ала, унан ҡала БДМУ, бында буласаҡ сит ил табиптары шулай уҡ меңдән ашыу һанала. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, 2024 йылда Рәсәйҙә 425 мең сит ил студенты уҡырға тейеш.

Читайте нас в