Һуңғы ваҡытта көнбайыш сәйәсмәндәренең, журналистарының тарихты яңынан яҙырға маташыуҙарын күҙәтәбеҙ. Һүҙ беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың фашистик Германияны тар-мар итеүе хаҡында бара. Тик дөрөҫлөк һәр ваҡыт өҫтөн буласаҡ, әгәр беҙ уны онотмаһаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо тарихи хәҡиҡәтте ҡәҙерләп һаҡларға һәм уны боҙоусыларға ҡаты яуап бирергә саҡырҙы.
Владимир Путин әйтеүенсә, беҙ бер кемгә лә хәҡиҡәтте иҫбат итергә тейеш түгелбеҙ һәм ул онотолмаһын өсөн хәлебеҙҙән килгәнде эшләргә бурыслыбыҙ. Президент "халҡыбыҙҙың хәтерен юйырға" теләүселәргә ҡаты саралар күрәсәген белдерҙе. Миҫалға Израилде килтерҙе, унда холокостты бер генә мәлгә лә оноторлоҡ түгел. Тиҙҙән израилдәр Ленинград блокадаһы ҡорбандарына һәйкәл ҡуясағын хәбәр итте.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, Рәсәйҙә Икенсе донъя һуғышы осорондағы архив документтары комплексы барлыҡҡа киләсәк. Улар менән теләге булған һәр кеше таныша аласаҡ. Был бурысты еңеүсе ил киләсәк быуындар өсөн тормошҡа ашырырға тейеш.
#ВладимирПутин