Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 11:34

Конституцияға үҙгәрештәр индереләсәк

#ВладимирПутин

Ил Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһына Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын тәҡдим итте. Ул рәсми сайтта урынлаштырылған.
Владимир Путин Рәсәй парламентына киңерәк хоҡуҡтар биреү, айырым дәүләт хеҙмәткәрҙәренә сит ил гражданы булыуҙы тыйыу, Дәүләт Советының, Конституцияның ролен көсәйтеү кеүек тәҡдимдәрҙе яңғыратты.
Шул уҡ көндә Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереүҙе әҙерләү өсөн эшсе төркөм булдырыу хаҡында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Төркөмгә 75 кеше керҙе. Улар араһында юристар, артистар, спортсылар, хәйриә фонды етәкселәре бар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: