Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 18:16

Радий Хәбиров 93 йәшлек ветеранға телевизор бүләк итте

.

Радий Хәбиров Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Шәбағыш ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатовҡа барҙы. Республика башлығы ветеранды яҡынлашып килгән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотланы. Рәшит Әхмәҙулла улына 93 йәш. Ул 1943 йылдың ноябрендә Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә саҡырылған, 1945 йылдың авгусына тиклем Уссурийск крайы Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Уссурийск) хеҙмәт иткән. 1946 йылдың көҙөнә хәтлем Кореяла 38 параллель буйынса сикләү һыҙатында булған. 1950 йылдың майында демобилизацияланған.
Демобилизациянан һуң Рәшит Әхмәҙула улы тыуған ауылына ҡайтҡан, Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булған, уның дөйөм хеҙмәт стажы 67 йыл тәшкил итә. Хәләф ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Японияны еңгән өсөн», «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалдары, «Отличник-пулеметсы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Радий Хәбиров сәй табынында ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне.
«Миңә һеҙҙең хоккей ҡарарға яратыуығыҙ, «Салауат Юлаев» өсөн көйөүегеҙ хаҡында әйттеләр, шуға күрә һеҙгә ҙур телевизор бүләк итергә булдым. Республикала Бөйөк Еңеүҙе байрам итеүгә әүҙем әҙерлек алып барабыҙ. Бик күп саралар була, айырыуса ветерандарға иғтибар бүләбеҙ», — тине Башҡортостан башлығы.
Хәҙерге көндә Көйөргәҙе районында алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар, улар араһынан берәүһе Ленинград ҡамауында йәшәгән һәм тағы берәүһе — концлагерҙар тотҡоно.
Читайте нас: