Рәсәй президенты Владимир Путин Липецк өлкәһе Усман ҡалаһында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашып, Рәсәй граждандарына социаль ярҙам сараларына ҡағылышлы һорауҙар буйынса әңгәмәләште, фекерҙәрен тыңланы.
Осрашыуҙа илдәге демографияға, медицинаға, социаль түләүҙәргә, Конституцияны үҙгәртеүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе ил башлығы. "Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән инициативаларҙы бойомға ашырыуға яуаплылар уның үтәлешен оҙаҡҡа һуҙырға тейеш түгелдәр. Был төп талап", - тип белдерҙе Владимир Путин.
Ил етәксеһе мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһенә ҡағылды. Башланғыс синыфтарҙы йылы аш менән бушлай тәьмин итеү тураһында Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән бурыстан тыш, балаларҙы ашатыуҙың сифатын күтәреү буйынса ла етди эштәр билдәләнгән. Мәктәптәргә ризыҡ ташыған ойошмаларға талап арта. Сифатһыҙ аҙыҡ-түлек өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Әле хөкүмәттә был турала тәҡдимдәр әҙерләнә. Президент шулай уҡ мәктәптә туҡланыу өсөн төбәктәрҙең үҙендә етештерелгән аҙыҡ продукцияларын файҙаланырға кәрәк, тип белдерҙе.