Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:39

Кисә Салауат районы Мөрсәлим ауылында мәҙәниәт йорто эшләй башланы

#нацпроекты

Былтыр төньяҡ-көнсығыш төбәктәргә эш сәфәре барышында Мөрсәлимдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров туҡталды. Мәҙәниәт усағының 1895 йылда төҙөлгән бинала урынлашыуын күргәс тә ул, хөкүмәткә ауылда яңы клуб төҙөлөшө өсөн талап ителгән 50 миллион һумды бүлергә ҡушты.
Төҙөлөш бер йыл тигәндә башҡарылды. Яңы мәҙәниәт усағы 200 урынлыҡ. Заманса яҡтыртыу, тауыш һәм мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Музыка ҡоралдары, сенсор панелле конференция мониторы ла бар. Ошонда уҡ балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана урынлашҡан. Мәҙәниәт усағын асыу тантанаһына килеүселәргә ҡурсаҡ театры тамашаһы күрһәтелде, урындағы ҡул эштәре оҫталарының декоратив сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапханала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған әҙәби уҡыуҙар уҙҙы.
“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары төҙөүгә, ре­кон­струкциялауға 17 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Тағы алты миллиард һум бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәни үҫеш үҙәктәре өсөн бүленә.
Читайте нас: