Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:35

I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы берҙәм федераль оператор эшкәртәсәк

"Экология" милли проектына ярашлы "РосРАО" дәүләт унитар предприятиеһы I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәтле ете комплексты йәлеп итер тип күҙаллана.#нацпроекты

"Экология" милли проектына ярашлы "РосРАО" дәүләт унитар предприятиеһы I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡеүәтле ете комплексты йәлеп итер тип күҙаллана. Сөнки лампа, аккумулятор, термометр, батарейка кеүек көнкүреш ҡалдыҡтары кеше һаулығына ғына түгел, тирә-яҡ мөхит өсөн дә терегөмөш, цинк, магний, никель, кадмий кеүек хәүефле матдәләрҙе лә бүлеп сығарыуы күптән билдәле инде. Шуға ла зарарлы матдәләрҙе утилләштереүҙә махсус шарттар булдырыу талап ителә.
Читайте нас в