Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:30

Ҡурсаулыҡ ҡурсалауһыҙ ҡалмаһын!

Үткән йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡурсаулыҡ майҙандарында экологик туризмды үҫтереүҙе лә яйға һалырға кәрәк тигәйне. Ошо мөрәжәғәтте күҙ уңында тотоп, төрлө төбәктәрҙә эш башланған да инде.

Мәҫәлән, Приморье крайындағы Лазов ҡурсаулығында нәҙек түмәрҙәрҙән экскурсиялар өсөн һуҡмаҡ һалғандар. Туристар уның буйлап, башҡа йүнәлешкә тайпылмай ғына, дәүләт тарафынан һаҡланған төбәкте күреп сыға аласаҡ тип фаразлана. Әммә, һаҡҡа алынған ерҙәре ҡарарға килеүселәрҙең барыһы ла юғары мәҙәниәтле һәм аңлы булып, уны сүпләмәй, ипле генә әйләнеп сығырға әҙерме икән? Башҡортостан ҡурсаулыҡтары ла был тәжрибәне ҡулланып, ҡурсаулыҡты ябай кешеләр өсөн асһа, отасаҡбыҙмы? Ҡыйыу аҙымдың файҙаһынан зыяны күберәк булмаҫмы, экологик туризмды үҫтереүҙең ҡурсаулыҡтарға бәйле йүнәләштәре мотлаҡ һәр яҡлап уйланып эшләнергә тейештер, сөнки Башҡортостанда ҡурсаулыҡ статусы алмаған тарихи, мәҙәни һәм эстетик ҡиммәткә эйә бүтән матур тәбиғәт мөйөштәре лә бихисап бит әле.
Читайте нас: