Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 13:57

Билдәле башҡорт блогеры Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы тыуған

.

Был шатлыҡлы яңылыҡты интернет ғали йәнәптәре хәбәр итә.
Әминә – йәш ғаиләлә икенсе бала. Нәбиевтарҙың тәүге ҡыҙҙарының исеме София. Уның буйы – 54 сантиметр, ауырлығы - 3 килограмм 810 грамм. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Нәбиев – Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә иҫән ҡалған һалдаттарҙың береһе.
Был ваҡиғанан һуң яҡташыбыҙҙың яҙмышын бөтә республика күҙәтеп бара. Күптәр уны спортсы, ирекмән, блогер, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ белә. Социаль селтәрҙәге бөгөнгө яңылыҡты 300 меңгә яҡын кеше күргән.
bash.news
Читайте нас: