Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 23:22

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябылмаясаҡ

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябыла тигән хәбәр таралғас, киң йәмәғәтселектә шау-шыу ҡупты.

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябыла тигән хәбәр таралғас, киң йәмәғәтселектә шау-шыу ҡупты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүсе факультеттың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына түгел, республика кимәлендә абруйы бик ҙур. Был йәһәттән вуз етәкселеге һәм уҡытыусылары факультеттың элекке деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға рәхмәтле. Факультетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына уҡытылмай, ҡытай, төрөк, ғәрәп, урыҫ, инглиз телдәре белгестәре әҙерләнелә, йәғни студенттар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡып сыға ала.
Башҡорт филологияһы факультетын телде үҫтереү буйынса фәнни-белем биреү үҙәге итеп ҡалдырылыу ихтималлығы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Юғары уҡыу йорто етәкселеге низағҡа ҡарата БСТ каналының ижади төркөмөнә аңлатма бирҙе. Университет ректоры Сәғитов Салауат Тәлғәт улы фекеренсә, факультет үҙ статусында ҡаласаҡ. Бары тик уның эсендә төрлө сит ил телдәрен уҡыу-уҡытыу буйынса төркөмдәр асыу тураһында һүҙ бара.
“Факультеттың исеме үҙгәртелмәйәсәк. Бында исеме мөһим түгел, ә есеме. Ә беҙ есеме өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ – яңы үрҙәргә илткән структуралар булдырасаҡбыҙ. Факультет эсендә Көнсығыш телдәрҙе өйрөнеү үҙәге асыласаҡ. Сит өлкәләрҙән (Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар) милләттәштәребеҙҙе уҡыу йортона йәлеп итәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте Салауат Тәлғәт улы.
Читайте нас: