Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 10:46

Путиндың кешелеклеге ғәрәптәрҙе һоҡландырҙы

#ВладимирПутин

Путин ғәрәп иленең геройына әйләнде, йөҙәрләгән журналист, ҙур дәүләт башлыҡтары алдында ул үҙен ысын Кеше итеп күрһәтте, тип хәбәр итә "РИА Яңылыҡтар".
Был хәл Владимир Путиндың Палестинаға эш сәфәре барышында була: Путин Палестина Президенты Мәхмүт Аббас менән Вифлеемдағы һөйләшеүҙәр залына инеп барған ерҙә ҡарауылда торған бер һалдаттың башлығы осоп төшә. "Смирно" торған һалдат ҙур етәкселәр алдында фуражкаһын бер нисек тә үрелеп ала алмай. Путин туҡтай һәм ҡабаланмай ғына ҡарауылға баш кейемен алып кейҙерә. Рәсәй башлығы һалдатҡа борсолорға урын юҡ икәнлеген белдереп, баш бармағын күрһәтә. Был күренеште Мәхмүт Аббастың видеооператоры төшөрөп ала. Мөхәмәт Атик "Президент Путиндың Палестина гвардияһына хөрмәте" тип атап видеояҙманы интернет селтәрҙәренә һала. Уны миллионлаған кеше ҡараған, күптәре һоҡланыуын йәшермәй хәбәрҙәрен яуҙырған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Иерусалимда холокост ҡорбандары иҫтәләгенә арналған халыҡ-ара форумда ҡатнашты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: