Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 11:37

Республикабыҙҙың иң яҡшы 10 тауарын беләһегеҙме?

#нацпроекты

"Башҡортостандың аҙыҡ-түлеге" проектына ярашлы, республикабыҙҙың иң яҡшы 10 тауары билдәләнгән.
"Улар – икмәк-күмәс һәм кондитер ризыҡтары, башҡорт сәк-сәге, бауырһаҡ, беренсе һәм икенсе ризыҡтар, шулай уҡ, профессиональ һауыт-һаба һәм фарфор тауарҙары етештереүселәр", - тип хәбәр итте Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
"Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проекты республикала 2013 йылдан алып үҫешә. Әле ул 403 аҙыҡ-түлек етештереүсене һәм 41 аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙәрҙе етештереүсене берләштерә.
Проектта башлыса кондитер ризыҡтары, ярымфабрикаттар, икмәк-күмәс аҙыҡтары, колбаса, шулай уҡ бал, сәй, еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа продукциялар бар.
Проект тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән 444 диплом бирелгән, шуларҙың 96-һы 2019 йылда тапшырылған.
Читайте нас: