Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар. Уларҙың йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50 мең алыуҙары мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы указы проектында ошо хаҡта әйтелә. Документ республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
«Бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме уҡытыусының ағымдағы йылда әҙерләгән сығарылыш уҡыусылары һанына бәйле түгел, бер уҡытыусыға — 50 мең һум. Түләү, уҡытыусыларҙың бынан алдағы йылдарҙа ошо түләүҙе алыу-алмауына ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә билдәләнә», — тип аныҡлана документ проектында.