Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Советы президиумының яңы составын билдәләне. Унда 8 төбәк башлығы инде. Улар исемлегендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та бар. Дәүләт Советы составын ил Президенты ярты йыл һайын билдәләй. Президиумдың бурысы – Дәүләт Советы ултырышында күтәреләсәк көн тәртибен билдәләү һәм тикшерелгән мәсьәләләрҙең ғәмәлгә ашырылыуын анализлау.