Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 11:28

"Ауыл тренеры" программаһына үҙгәрештәр индереләсәк

Радий Хәбиров грант мәктәп тренерҙарына ғына түгел, спорт-һауыҡтырыу комплекстары уҡытыусыларына ла бирелергә тейеш тип белдерҙе.#ВладимирПутин

Йыл һайын Башҡортостандың 100 ауыл тренерына торлаҡ һатып алыу, төҙөү йәки ер участкаһы алыу өсөн 600 мең һум тапшырыла. Мәғлүм булыуынса, грант мәктәптәрҙә эшләүсе тренерҙарға ғына ҡаралған, спорт мәктәбе уҡытыусылары уға дәғүә итә алмай, сөнки аҡсалата ярҙам мәғариф министрлығынан бүленәсәк. Ә спорт мәктәптәре спортты үҫтереү министрлығы ҡарамағында. Билдәле булыуынса, был саралар Владимир Путиндың "май указдары"ндағы "Мәғариф" милли проектына ярашлы башҡарыла.
Кисә республика етәксеһе Радий Хәбиров Миәкә спорт мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыуҙа программаға үҙгәреш индерергә ҡарар ҡылды. "Мин тейешле йөкләмә бирәсәкмен һәм беҙ программаға үҙгәреш индерәсәкбеҙ. Әлбиттә, спорт мәктәптәрендә эшләүсе тренерҙар ҙа был грантты алырға тейеш", - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров көрәш буйынса донъя чемпионы, тренер Айгиз Зәйнетдинов менән аралашты. Бөгөн унда 620 бала шөғөлләнә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 16 тренер эшләй. Туғыҙ спорт төрө буйынса дәрестәр үткәрелә. Тренер республика Башлығынан маттар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һораны, Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итергә ҡушты. "Миәкә" спорт-һауыҡтырыу комплексы 2013 йылда төҙөлгән. Уның эсенә спорт залы, ике бассейн, тренажер залы, фитнес-зал, хоккей ҡумтаһы инә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: