Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 13:25

Кем алыҡ! Бәйге тамамланыуға бара!

Уҙған йылдың декабрь айында “Шоңҡар” Башҡортостан йәштәре журналы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шәжәрәне һәм нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан йөкмәткеле инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһе иғлан иткәйне. Бәйге ҡәләм оҫталары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, бөгөнгө көнгә ярышҡа ун биш эш ҡабул ителде.Дуҫтар, әгәр ҙә арағыҙҙа конкурста ҡатнашырға ниәт итеп тә, һаман эштәрен ебәрмәүселәр булһа, ҡабаланығыҙ, һеҙҙең ҡарамаҡта ни бары өс кенә тәүлек бар. 31 ғинуар – бәйгегә килгән ҡулъяҙмаларҙы ҡабул итеүең аҙаҡҡы көнө.

Уҙған йылдың декабрь айында “Шоңҡар” Башҡортостан йәштәре журналы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шәжәрәне һәм нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан йөкмәткеле инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһе иғлан иткәйне. Бәйге ҡәләм оҫталары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, бөгөнгө көнгә ярышҡа ун биш эш ҡабул ителде.
Дуҫтар, әгәр ҙә арағыҙҙа конкурста ҡатнашырға ниәт итеп тә, һаман эштәрен ебәрмәүселәр булһа, ҡабаланығыҙ, һеҙҙең ҡарамаҡта ни бары өс кенә тәүлек бар. 31 ғинуар – бәйгегә килгән ҡулъяҙмаларҙы ҡабул итеүең аҙаҡҡы көнө.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, еңеүселәргә дипломдар һәм 1 урын алыусыға 15 мең һум, 2 урынға лайыҡ булыусыға 10 мең һум, 3 урынды бүлешеүсе өс авторға 5-әр мең һум аҡсалата премия ла ҡаралған. Ижади ҡомарлы барса уҡыусыларҙы ла ярышта ҡатнашып өлгөрөргә саҡырабыҙ! Бәйге шарттары – түбәнгә беркетелгән документта.
#Шоңҡаржурналы #Драматургиябәйгеһе
Читайте нас: