Дәүләт Думаһы депутаты, «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыусы төркөмдөң етәксеһе Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, был республикабыҙҙа ҡалдыҡһыҙ технологиялар менән эшләүсе тәүге предприятие буласаҡ.
«Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса үткән кәңәшмәлә министрлыҡ, ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнашты. Бында һүҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, сүп-сарҙы эшкәртеүсе комплекстар төҙөү хаҡында барҙы, бүтән төбәктәрҙең тәжрибәһе лә ҡаралды.