Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 20:10

Өфөлә #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтә

#ӨЙҘӘ #Шоңҡаржурналы

5 февралдә тәүге тапҡыр Өфөлә ситтә уҡып йөрөүселәр өсөн #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтә.
Форумдың маҡсаты ла ябай: ситтә уҡып йөрөүсе яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш булдырыу. Ҡулдарына диплом алып тыуған ергә ҡайтыу өсөн эш урындары тураһында мәғлүмәт биреү, ниндәйҙер кимәлдә ярҙам күрһәтеү. Форумдан һуң төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөүсе студенттар араһында бәйләнеш булдырылыр, шулай уҡ форумда ҡатнашыусы студенттарҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади потенциалын да асыҡларға ярҙам итер, тигән ышаныс та бар.
Студенттарҙы бай йөкмәткеле интерактив программа көтә. "Торатау" Конгресс-холлында үткән сарала төрлө ойошма, предприятие етәкселәре һ.б. студенттарға төрлө социаль проекттар, вакансиялар тураһында һөйләйәсәк.
Башҡортостандан ситтә уҡыусы студенттарҙы форумда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Регистрация үтеү өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ.
Читайте нас: