Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 11:14

Владимир Путин: Снюстарҙы тыйыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ

#ВладимирПутин

Снюстарҙы тыйыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин Красногорск йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙа шундай фекерҙе еткерҙе.
Татарстан вәкиле 2019 йыл аҙағына балаларға снюс һатылыу тураһында мөрәжәғәттәр артыуы хаҡында һөйләне. “Снюстарҙы тыйыу хаҡында ҡарар сығарғас, мәсьәлә ыңғай хәл ителде”, - тип хәбәр итте ул. Путин билдәләүенсә, снюстарҙы тыйыу менән генә мәсьәләне хәл итеп булмай. “Артабан эште дауам итергә кәрәк”, – тине Владимир Путин.
20 ғинуарҙан Роспотребнадзорҙың тартмай торған никотинлы продукция буйынса бөтә Рәсәй “ҡыҙыу линия”һы старт алды.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы түбәндәге телефондар буйынса (шылтыратыу бушлай) эш көндәрендә бирергә мөмкин:
Роспотребнадзорҙың берҙәм консультация үҙәгенә: 8-800-555-49-43, 9 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем һәм 13 сәғәттән 18 сәғәткәсә;
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы белгестәренә: 8-800-700-90-30, 10 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем, 12 сәғәттән 12 сәғәт 45 минутҡа тиклем – тәнәфес.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҡын көндәрҙә балиғ булмағандарға тартмай торған никотинлы продукция һатыуҙы тыйыу тураһында закон проектын тикшерәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас в