Республикала йылҡысылыҡҡа иғтибар артҡандан-арта бара. Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙары быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә «2018-2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 100 миллион һум самаһы аҡса алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.
Бынан тыш, «Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» федераль программаһы аҡсаһын да ошо маҡсатта файҙаланырға була. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 1,057 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 2019 йылға — 344 миллион, 2020 йылға — 427,7 миллион һум.
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» милли проекты йүнәлешендә тоҡомло аттар һатып алыу, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу өсөн ярҙам саралары ҡаралған. Ат үрсетеү эшен башлап ҡына тороусылар «Агростартап» һәм «Эш башлаусы фермер» программалары буйынса дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала.