Кисә Асҡын районында Башҡорт теле йылын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Тимерғәзе улы Мөхәмәтйәнов та килде. Байрамда шулай уҡ уҡыусылар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, башҡорт телен уҡытыуға, уны һаҡлауға ғүмерҙәрен арнаған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм илһөйәр, телһөйәр, рухлы райондаштарыбыҙ ҡатнашты.
Сара район хакимиәте алдындағы майҙанда сағыу тамашанан башланды. Республикабыҙҙың төньяҡ райондары араһында беренселәрҙән булып традицион милли уҡтан атыуҙы тергеҙеп, республикабыҙҙа ла ҙур танылыу яулап өлгөргән Ҡарткиҫәк ауылы егеттәре уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Тамашала сая ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Теләгәндәр үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡарай алды. Беренселәрҙән булып район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы, артабан Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, Рәсил Тимерғәзе улы һәм башҡалар таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап итә торған спорт төрөндә һынау тотто. Ошонда уҡ арҡан тартыу, көршәк ватыу, суҡмар атыу буйынса еңеүселәр асыҡланды.
Артабан ҡунаҡтар районыбыҙ оҫталарының ҡул эштәренә, үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас милли-кейемдәребеҙгә, тарихыбыҙға арналған бай күргәҙмә менән танышты.
Сараның тантаналы рәсми өлөшө район хакимиәтенең ултырыштар залында дауам итте. Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин сәләмләне.
Ришат Марат улы сығышында күп милләтле районыбыҙҙа мәғариф системаһы һәр уҡыусыға туған телдәрҙе өйрәнеүҙә ирекле һайлау мөмкинлеге барлығын билдәләне. 29 мәғариф учреждениеһында өс туған тел — башҡорт, рус, татар теләдре өйрәнелә. Балалар баҡсаларында йола байрамдарын үткәреүгә, фольклор төркөмдәр төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Районыбыҙ мәктәптәрендә юғары белемле 31 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Уларҙың 10-һы республика һәм федераль кимәлдәге дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында бар ғүмерҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бағышлаған ветеран уҡытыусылар ҙа бар ине. Ришат Марат улы уларға телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлауығыҙ өсөн оло рәхмәтен еткерҙе һәм көслө алҡыштар аҫтында район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Телһөйәр, һәләтле балаларҙың республика олимпиадаларында, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш әссәндәр бәйгеһендә, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Республикамды данлайым” иншалар һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаша ҙур теләк менән ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар менән ҡайтыуын ғорурланып әйтте. Быйыл да йәш сәсәндәребеҙ уңыштары менән һөйөндөрҙө. Республика бәйгеһендә ҡатнашыусы 14 уҡыусының 12-һе призлы урындар һәм төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.Телһөйәр уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙҙы ла ҡотлап, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Үткән йылда республиканың төньяҡ райондары йәштәрен берләштергән “БалыҡFEST” 1-се төбәк мәғариф форумы һөҙөмтәле үтеүен дә билдәләне. Ришат Марат улы районыбыҙҙа, республикабыҙҙа ғына түгел, ә республиканан ситтә лә киң танылыу яулаған яҡташтарыбыҙҙы ғорурлыҡ менән атаны.Улар: яҙыусы, философия фәндәре докторы, район гәзитенә нигеҙ һалыусы Кирәй Мәргән, белемһеҙлек менән көрәштәге хеҙмәттәре өсөн 40-сы йылдарҙа Ленин ордены менән бүләкләнгән Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры, башҡорт телен өйрәнеү өсөн беренсе “Әлифба” китабы авторы, йырҙар авторы Зыя Күлбәков, композитор, СССР композиторҙары союзы ағзаһы Ҡышлауйылғанан Мәсхүдә Шәмсетдинова, тыуған яҡты өйрәнеүсе, “Асҡын районы — үткәне һәм бөгөнгөһө” китабы авторы, Иҫке Ҡаҙансынан Тәлғәт Яҡупов, дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы Әлфис Ғаязов, Ҡыйғаҙынан йәш ғалим, кандидат, “Башҡорт энциклопедияһы” Башҡортостан Республикаһы фәне дәүләт учреждениеһында фәнни мөхәррир булып эшләүсе Лилиә Әйүпова һәм башҡалар.
Районыбыҙҙы республиканан ситтә йәшәп тә данлаусы райондашыбыҙ,Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Упҡанкүл ауылы ҡыҙы Гөлшат Шәмсетдинова, Урмияҙ ауылынан тарих фәндәре кандидаты, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин, филология фәндәре кандидаты Лилиә Шәрәфетдинова, Асҡын егете, Санкт-Петербургта “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһын етәкләүсе Денис Муллаяров, Билгештән, Татарстан Республикаһында башҡорт телен, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеү , һаҡлау, үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе Айгөл Бәләғетдинова менән дә ғорурлануын белдерҙе.
Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалауҙа районда сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең дә ҙур өлөшөн билдәләп, уңыштар теләне.
Мәртәбәле ҡунаҡтарбыҙ Гөлфиә Янбаева, Рәсил Мөхәмәтйәнов, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оло хөрмәткә эйә ағинәй Сәлимә Әбүбәкерованың сығышы ла йөкмәткеле, фәһемле булып, сараға мәртәбә өҫтәне, күңелдәребеҙҙе нурландырҙы, асылыбыҙға алып ҡайтты, башҡорт теленең ҡөҙрәтен аңларға ярҙам итте.
Сағыу байрам концерты ла районыбыҙҙың таланттар төйәге икәнен күрһәтте.Йәш сәсәндәребеҙҙе, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларыбыҙҙы, йөрәктәрҙе дәртләндергән бейеүселәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүселәрҙе тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алып, “афарин!”тип оҙатты. Таланттарыбыҙға һоҡланып, улар менән ғорурланып, күңелдәребеҙгә илһам, көс-дәрт алып, хис-тойғолар тулҡындарында тибрәлдек.
Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы ысын мәғәнәһендә телебеҙҙе данлаған, рухыбыҙҙы нығытҡан, күңелдәребеҙгә милләтебеҙҙе күтәрер тылсымлы көс биргән ҙур байрамға әйләнде.