Миловка Башҡортостандың иң ҙур мәктәпле ауылы буласаҡ. Беренсе тапҡыр бындай объект Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгәйне. Мәктәптең дөйөм майҙаны – 18 мең квадрат метр. Дүрт ҡатлы бинала 495 урынлыҡ тамаша залы һәм 420 урынлыҡ ашхана буласаҡ. Спорт залдарында инвентарь, кейенеү-сисенеү, душ, тренер, саңғы һаҡлау бүлмәләре лә ҡаралған. Медицина блогы бер нисә кабинеттан торасаҡ.