Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:22

Республикала балаларға снюс һәм кальян һатҡан өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалына

.

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға снюстар, вейптар, тартыу ҡатнашмалары һатҡан өсөн штраф граждандар өсөн – 3-4 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 30-40 мең, юридик берәмектәр өсөн 150-200 мең һум була. Ҡабаттан боҙған осраҡта граждандар өсөн – 4-5 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 40-50 мең, юридик берәмектәр өсөн 200-250 мең һум. Уҙған кесаҙна Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта бәлиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ изделиеларҙы һәм тәмәке тартыу яйланмаһын берәмләп һатыуҙы сикләгән закон ҡабул итте.
«Закон проектын тикшереү барышында төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шул иҫәптән граждандар өсөн штрафтың юғары булмауы әйтелде, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ләкин федераль ҡануниәткә ярашлы, физик берәмектәр өсөн штраф биш мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Балаларға вейптар һәм снюстар һатыу проблемаһы тураһында тотош илдә әүҙем фекер алышыу бара. Киләсәктә ошондай ғәмәлдәр өсөн яуаплылыҡ хаҡында федераль закон ҡабул ителер, моғайын. Әммә шуға тиклем беҙ балаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн республикабыҙ биләмәһендә ашығыс саралар күрҙек».
"Башинформ"дан.
Читайте нас: