Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 12:33

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы Ҡытайҙан ҡайтарырға бойорҙо

#ВладимирПутин

“Ҡытайҙан рейстарҙы яйлау өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителде, шуға бәйле Рәсәй граждандарын ВКС самолеттары менән алып ҡайтыу 3-4 февралгә тиклем кисектерелде”, - тигән Песков журналистарға.
Шәмбе көндө Владимир Путин хәрби-космик самолеттарҙы илдең короновирус менән зарарланған райондарынан рәсәйлеләрҙе эвакуациялау өсөн ебәрергә бойорҙо. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә вирус ике кешелә асыҡланған. Улар – Ҡытай граждандары. Береһе – Төмән өлкәһендәге вузда уҡып йөрөүсе йәш ҡыҙ. Тағы бер кеше Рәсәйгә Забайкальск-Маньчжурия автомобиль пропуск пункты аша ингән. Уларҙа шунда уҡ короновирус билдәләрен тапҡандар һәм дауаханаға оҙатҡандар. Әле улар йүнәлеп килә, тип хәбәр ителә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: