Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 18:16

Бәйгегә эштәр ҡабул итеү тамамланды!

“Шоңҡар” Башҡортостан йәштәре журналы ике ай элек иғлан иткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шәжәрәне һәм нәҫел тамырҙарын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан йөкмәткеле инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһенә эштәр ҡабул итеү тамамланды. Хөрмәтле баһалама ағзаларының эше ҡыҙыу ғына булмаҡсы, ни тиһәң дә редакция почтаһына килгән утыҙға яҡын ҡулъяҙма төрлөлөгө менән айырыла, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы ғына күренә.

Бүләкләү фондына килгәндә, еңеүселәргә дипломдар һәм 1 урын алыусыға 15 мең һум, 2 урынға лайыҡ булыусыға 10 мең һум, 3 урынды бүлешеүсе өс авторға 5-әр мең һум аҡсалата премия ҡаралған тип хәбәр иткәйнек инде, ул урындарға лайыҡ эштәр бармы-юҡмы, булһа авторҙарҙың исемдәре кем икәне 15 февраль билдәле буласаҡ.
#Шоңҡаржурналы #Драматургиябәйгеһе
Читайте нас: