Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 22:25

Өфөлә ике сабыйҙы ҡотҡарған ир уҙаманын төрмәгә ябырҙармы?

.

Бөгөнгө көнитмешебеҙҙә бындай хәлдәр әленән-әле осрап тора, ҡыҙғаныс... Балаларҙы яҡлап сыҡҡан 32 йәшлек Өфө егете Владимир Санкинды төрмәгә ябасаҡтар. Халыҡ уны яҡлап петиция йыя башлаған.
30 ғинуар көндө урамда китеп барған Владимир Санкин янына 14 йәшлек малай йүгереп килә, педофилдың уны һәм дуҫын көсләргә маташыуын хәбәр итә. Владимир күп уйлап тормай, ярҙамға йүгерә. Икенсе малайҙы ҡотҡарғас, ҡәбәхәт әҙәмде туҡмап ташлай. Иң аяныслыһы, күп тә үтмәй ғәйепле ир “Тиҙ ярҙам” машинаһында вафат була. Владимир Санкинға енәйәт эше асылған, бөгөнгө суд ултырышында ул ике айға йорт аресы аҫтына ҡалдырылған. Әлегә тикшереү эштәре алып барыла.
Асыҡланыуынса, 54 йәшлек педофил быға тиклем төрмәлә ултырып сыҡҡан була. Эйе, Владимир балаларҙы ҡотҡарғас та полиция саҡырыу менән дә сикләнә алған, әммә... Бынан һуң ғәйепле әҙәмде тағы ла оҙағыраҡҡа төрмәгә ябырҙар ине. Бар республика халҡы Владимир Санкин өсөн борсола, уны ҡаты язаға тарттырылмауын талап итеп 25 мең ҡултамға йыйылған. Уйлап ҡараһаң, Владимир бары ярҙам итергә теләгән бит... Ә һеҙҙең фекерегеҙ нисек булыр? Кеше үлтереүсе төрмәлә ултырырға тейешме? Әллә язаны "йомшартырғамы"?
Читайте нас: