Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 10:45

Стәрлетамаҡта бер уҡыусыла короновирус сире билдәләре табылған

#ВладимирПутин

Кисә Стәрлетамаҡта 8-се класс уҡыусыһында короновирус билдәләре табылған. Асыҡланыуынса, үҫмер күптән түгел генә ата-әсәһе менән Ҡытайҙың Хайнань утрауында ял иткән. Тыуған илгә ҡайтыу менән мәктәп уҡыусыһы үҙен насар тоя башлаған. Ул йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Әле бала анализдар тапшырған.
Һөҙөмтәләр бер нисә көндән әҙер буласаҡ. Бәлки, ни бары киҙеү тураһында һүҙ баралыр, әммә тикшереү үткәнсе үҫмер етди контролдә буласаҡ. Башҡортостанда әлегә тиклем короновирус йоҡтороусылар теркәлмәне. Республикала эпидемиянан һаҡланыу өсөн комплекслы саралар күрелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһында короновирус сире таралыу сәбәпле, КХС Рәйесе Си Цзиньпиға телеграмма юлланы. Унда ҡайғы килгән һәр кемгә ихлас теләктәшлек белдерелгән, шулай уҡ ауырыуҙарҙың тиҙерәк терелеүен теләгән. Рәсәй башлығы Ҡытай етәкселеге ҡабул иткән ҡәтғи саралар һөҙөмтәһендә эпидемия таралыу туҡтатыласаҡ, ә унан зыян минималь буласаҡ, тип ышаныс белдерҙе. Рәсәй Президенты Ҡытай халҡына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Ошо көндәрҙә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы халыҡ-ара ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте. Көн һайын был сирҙең ҡорбандары тураһында мәғлүмәт таратыла. Яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны 200-ҙән, ауырыуҙар һаны ун меңдән ашҡан. Ухань ҡалаһы халҡы һәм эргә-тирәлә йәшәүсе 60 миллионға яҡын кеше карантинға эләккән. Был тарихта беренсе осраҡ. Ғинуарҙың аҙағында Рәсәйҙә ике ауырыу теркәлгән. Икеһе лә – Ҡытай граждандары.
#ВладимирПутин
Читайте нас: