Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 10:30

Ҡурсаҡ театры тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

#нацпроекты

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын ҙурайтып төҙөйәсәктәр. Реконструкция проекты әҙер һәм ул дәүләт экспертизаһы үткән. Был хаҡта республика мәҙәниәт министрлығына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итә.
Реконструкция сиктәрендә кесе зал, балалар актерлыҡ студияһын, мультипликация студияһын үҙ эсенә алған дүрт ҡатлы төкөтмә төҙөү планлаштырыла. Театрҙың дөйөм майҙаны 2,5 мең квадрат метрҙан 6,5 мең квадрат метрға етәсәк. Төҙөлөш эштәре 2021 йылға тамамланасаҡ.
Реконструкция сығымдарының бер өлөшөн Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бүленгән субсидия иҫәбенә ҡаплау планлаштырыла. Ҡалған өлөшө республика бюджетынан финансланасаҡ.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 1932 йылда нигеҙ һалына һәм ул республикала иң боронғо театрҙарҙың береһе. 2014 йылда ҡурсаҡ театрын дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Коцессия шарттарында 13,9 мең кв.м. майҙанлы 450 һәм 300 урынға иҫәпләнгән ике ер аҫты ҡаттары, тамаша залы булған өс ҡатлы объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырала. Әммә был проект улай уҡ тормошҡа ашырылмаған.
Читайте нас: