"Ауыл уҡытыусыһы" программаһына ярашлы бер миллион һум 50 меңдән артмаған ауыл һәм ҡалаларға эшкә барған уҡытыусыларға түләнә. Программа быйыл тормошҡа ашырыла башлай. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан ауылдарында математика, химия, биология, сит тел һәм башланғыс класс уҡытыусылары етешмәй.