Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 13:38

Өфөнөң «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 25 йәшлек Дамир Шәмсетдинов лайыҡ булды

.

Ошо көндәрҙә Өфөлә XXIII «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2020» ҡала конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде. Ул – 25 йәшлек рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов.
Баш ҡаланың иң яҡшы педагогы 56-сы мәктәптә эшләй. Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тик яҡшы билдәләренә тамамлаған, һуңынан ошо уҡ юғары уҡыу йортонда хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһында аспирант булып уҡыуын дауам иткән.
Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйылғы уҡыу йылында конкурста 58 уҡытыусы ҡатнашҡан. Уларҙың 17-һе – йәш педагогтар. Һынауҙар 17 фәндән уҙғарылған. Конкурс барышында ҡатнашыусылар «Интернет-ресурс», «Эссе», «Дәрес», «Дәрестән тыш сара», «Оҫталыҡ дәресес», «Асыҡ лекция», «Мәғариф проекты», «Түңәрәк өҫтәл» һәм «Класс сәғәте» этаптарын үткән.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова конкурста ҡатнашыусыларҙы Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменән ҡотланы.
«Бөгөн – һөнәри таныу көнө. Был залға үҙенең энергияһы һәм ижады менән уҡыусылар йөрәген яулап алған уҡытыусылар йыйылды. Конкурсанттар оҫталығын һәм иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтә алды. Уҡытыусыларыбыҙ йылдан-йыл үҙҙәренең тәжрибәһен йәштәргә тапшыра, шуға балаларыбыҙҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуы өсөн бик бәхетлебеҙ», — тип билдәләне ул.
«Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2020» конкурсын ябыу тантанаһында өҫтәмә белем биреү педагогтарының «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри оҫталыҡ конкурстары, «Педагог-тикшеренеүсе» һәм «Уҡытыусы-оҫта» ҡала һөнәри конкурстары финалсылары һәм лауреаттары ла бүләкләнде.
Тантанала шулай уҡ конкурсты ойоштороуҙа ҡатнашыусынан – Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетынан наградалар тапшырылды. «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2020» конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләктәр алды.
«Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» һәнәри оҫталыҡ конкурсы 1997 йылдан алып үткәрелә. 23 йыл эсендә унда 2 500-ҙән күберәк кеше ҡатнашҡан, 400-ҙән ашыу уҡытыусы лауреат булған.
Читайте нас в