Ғәжәп хәлдәр була был донъяла. 2012 йылда Мәләүездә Айсина һәм Николай Вишневскийҙарҙың ғаиләһендә икенсе бала донъяға килә. Табиптар әсәне башҡа балаларығыҙ булмаясаҡ тип ҡайтара. Айсина өс йыл үткәс, эсе ауыртыуына түҙә алмай дауаханаға мөрәжәғәт итә. Баҡтиһәң, табиптар сабыйҙы “кесарев киҫеме” менән алған ваҡытта ҡатындың эсендә 20 см оҙонлоҡтағы тимер ҡыҫҡысты онотоп ҡалдыра. Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп тыуған хәлде әле лә әсенеп иҫкә ала Айсина. "Минән ғәфү үтенгән кеше лә булманы", тип һөйләй ул. Республиканың Юғары суды 2018 йылдың майында уға 700 мең түләтергә тигән ҡарар сығара.