Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 18:41

Республикала йылына 0,1% процент менән ауыл ипотекаһын бирә башлайҙар

.

Рәсәйҙә 2020 йылдан ауыл ипотекаһы эшләй башланы. Ул халыҡҡа йылына 3% менән льготалы кредит алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда льготалы ипотека йылына 0,1% менән бирелә башлай, тип белдерҙе республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. Уның һүҙҙәренсә, ғаризалар бик күп килгән.
«Программала 16 банк ҡатнашырға әҙер. Төп ставканы федераль бюджет яба, ә республика ҡалған өлөшөн 0,1% тиклем ябырға тейеш», — тип билдәләне аграр ведомство башлығы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут һүҙҙәренсә, федераль ведомство партнер-банктар исемлеген төҙөүҙе тамамлай, ә февралдә ауыл ипотека кредиттарын биреү башлана.
«Ҡарар ҡабул ителде, норматив документацияны әҙерләргә ҡалды. Беҙ ошо башланғысты хуплайбыҙ, республиканың халыҡ өсөн процент ставкаһын тағы ла кәметеү мөмкинлеге һәм теләге булыуы яҡшы», — тине Оксана Лут.
Ауыл ипотекаһының төп маҡсаты – ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Программа ярҙамында 2025 йылға 200 меңдән ашыу ғаиләнең үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Быйыл программаны финанслауға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу бүленә. Ауыл ипотекаһының төп һәм берҙән-бер шарты кредитты маҡсатлы тәғәйенләүгә ҡайтып ҡала. Уны ауыл ерендә әҙер торлаҡ, йорт һалыу өсөн ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға була.
Кредиттың максималь суммаһы — 3 миллион һум. Программала ҡатнашыу өсөн 10% кәм булмаған взнос индерергә кәрәк. Рәсәй граждандарына ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә. Уны 25 йылға тиклем алырға мөмкин.
Читайте нас: