Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 14:53

82 йәшлек инәйҙе ҡотҡарған егеттәрҙең батырлығын Радий Хәбиров баһаланы

.

Әбйәлил районынан 82 йәшлек инәйҙе янғындан ҡотҡарған Юнир Атанов менән Руслан Ғәлиуллиндарҙың батырлығын республика башлығы Радий Хәбиров баһаланы.
Был хәл хаҡында ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Красная Башкирия ауылында йәшәгән Юнир Атанов менән Руслан Ғәлиуллин ут сыҡҡан йорттан 82 йәшлек Альбина Ғабдрахманованы алып сыҡҡан. Янғын кисә кис Әбйәлил районында теркәлгән. Оло йәштәге ҡатын утты үҙ көсө менән һүндерергә тырышҡан, тик килеп сыҡмаған, шуға аҙаҡ әйберҙәрен йыйған. Ошо арала ут бар йортто ялмап алған. Эргәнән үтеп барған Юнир, төтөндө күреп ҡалғас, туҡтаған. Ишек ҡамалғас, ул тәҙрәне ватып эскә үткән. Янған йортҡа ингән Руслан менән бергә өләсәйҙе күтәреп сығарғандар. Моғайын, уларҙың урынында һәр кем шулай эшләр ине. Был ҡаныбыҙҙа – бәләнән тарығанға ярҙам итеү. Маҡталыу, бүләк өсөн түгел был, ә кеше ҡайғыһы тирәһенән тыныс үтә алмайбыҙ. Мин ошондай ҡыйыу эштәрҙе билдәләргә тырышам. Юнир менән Русланды мотлаҡ бүләкләү тантанаһына саҡырасаҡмын. Афарин, егеттәр!”.
Читайте нас: