Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 23:32

Хәйбулла районында йылы яҡҡа осмай ҡалған аҡҡошто ҡотҡарғандар

.

Таналыҡ быуаһында боҙ ҡамауында ҡалған ҡошто ошо ауылда тыуып үҫкән һунарсы Йәмил Иҫәнтаев күреп ҡалып өйөнә алып ҡайта.
Яҙ етеү менән мәрхәмәтле ауылдаштар аҡҡошто кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйына. Инде ике айҙан ашыу кеше тәрбиәһендә булһа ла, ят ҡунаҡ хужаларға бер ҙә эйәләшмәй. Һуңғылары аҡҡоштоң уяулыҡ сифаттарын юғалтмауына шатлана һәм яҙ уның кире үҙ тубына ҡушылыуына ышана.
Йәмил Иҫәнтаев: “Өйрәнмәй беҙгә, ыҫылдай, ҡанаты менән һуға, тешләмәксе була. Ҡырағай булып ҡалһын инде, кешегә өйрәнмәһен, яҙғыһын тәбиғәткә алып барып ебәрһәк, йә кеше тейер, өйрәнһә кешегә, йә атып алырҙар”.
bash.news
Читайте нас: