Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 17:32

"Йөрәк һүҙе" - Еңеү хаҡында!

Бөгөн, 7 февраль, беҙҙең "Әкиәт" балалар баҡсаһында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығын да ҙур шиғриәт байрамы - "Йөрәк һүҙе" конкурсы үтте.#Шоңҡаржурналы #Сибай

Бөгөн, 7 февраль, беҙҙең "Әкиәт" балалар баҡсаһында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығын да ҙур шиғриәт байрамы - "Йөрәк һүҙе" конкурсы үтте. Үткән сарабыҙ Рәсәй хәкимиәте башлығы иғлан иткән "Дан һәм хәтер йылы"н һәм Республикабыҙ хәкимиәте башлығы иғлан иткән "Башҡорт теле йылы"н асыуға арналды. Сарабыҙҙың төп маҡсаты булып киләсәк быуынға ил, тел ҡәҙере тәрбиәләү, Тыуған еребеҙгә һөйөү, яҡлау, һаҡлау тойғоларын үҫтереү, нәфис һүҙ оҫталығына өйрәтеү булып торҙо. Шиғриәткә ғашиҡ булған бәйгеселәребеҙҙең йөрәк һүҙҙәре һуғыш йылдарында күрһәткән халҡыбыҙ ҡаһарманлығы, һуғыш еле ҡағылған яҙмыштар, яуҙа ятып ҡалған һалдаттар, тол ҡатындар, атайһыҙ үҫкән балалар, өс мөйөшлө хаттар, ил өҫтөнә төшкән ауыр һынау, юғалтыуҙар һәм табыштар, мөхәббәт һәм хыянат, ветерандарыбыҙ яҙмышы һәм оло шатлыҡ - Бөйөк Еңеү темаларына бағышланды. Тамашасылар күҙ йәштәре менән тулҡынланып ҡабул итеп ултырҙылар. Көслө һынау барҙы бәйгеселәр араһында, ҡатнашыусылар барыһы ла ныҡлы әҙерләнгәндәр, шуға ҡарамаҫтан жюри ағзалары иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр тип өлкәндәр төркөмөн дә тәрбиәләнеүсе Әфләтунова Нурия ҡартатаһы Сәлихйән Ғиниәт улы билдәләне. 1-се урынды уртансылар төркөмө дә тәрбиәләнеүсе Абдулғазина Айһылыу атаһы Данил Рәшит улы менән яулаһалар, 2-се урынды сығарылыш төркөмөн дә тәрбиәләнеүсе Рәхмәтуллина Лилиә атаһы Салауат Мөхәмәт улы менән яуланылар, 3-сө урынды кескәйҙәр төркөмөнән Иҫәнғолов Тимерлан әсәһе Ләйсән Тимерғәле ҡыҙы, һәм уртансылар төркөмөнән Вәлитов Әмирхан әсәһе Гүзәл Ишбулат ҡыҙы менән бүлештеләр. Ҡалған бәйгеселәр иң кесе һөйләүсе, тамашасы һөйөүе, сәсән телле башҡарыусы, иң рухлы шиғыр һөйләүсе, иң телһөйәр башҡарыусы, иң ҡыйыу башҡарыусы, тасури һөйләү, тырышлыҡ өсөн, иң яҡшы телмәр мәҙәниәте өсөн, әртислек оҫталығы, иң сағыу сығыш, үҙенсәлекле башҡарыусы номинацияларына лайыҡ булдылар. Бөгөнгө көн үҙе бер оло рухи байрамға әйләнде, ата-әсәйҙәрҙең һәм балалары күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары салына ине. Һәм был башланып торған йылды асыу сараһының, тимәк, дауамы булыр тип ышанғы килә. Ҡатнашҡан барлыҡ бәйгеселәребеҙ гә ҙур рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ. Милләтебеҙҙең киләсәге - балалар ҡулында, шуны онотмайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәр!

"Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ҡолөмбәтова Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы.
Читайте нас: