15 февралдә "Торатау" конгресс-холында "Киләсәк һеҙҙең ҡулда!" тип аталған форум уҙасаҡ. Унда ғафуриҙар - Өфөлә белем алған ошо район студенттары һәм шул төбәктә тыуып үҫкән яҡташтар саҡырыла.
Форумдың маҡсаты — Ғафури студенттарын берләштереү, тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү.
Сарала район хакимиәте һәм БР ведомство-министрлыҡтарының тематик майҙансыҡтары, йәштәрҙе районға эшкә саҡырыу буйынса һөйләшеү, урындағы производство әйберҙәренән күргәҙмә, һатыу ойоштороу ҡаралған. Ҙур концерт та үтәсәк.
Байрам төшкө сәғәт 2-лә башлана.