Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:15

“Ғаилә тарҡалһа, бала торлаҡһыҙ ҡалмаһын”

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе. Кодекстың "Ата-әсәнең балаларға өҫтәмә сығымдарҙа ҡатнашыуы" тигән 86-сы статьяһы үҙгәртеләсәк.
Бынан ары суд никах тарҡатылғандан һуң баланан айырым йәшәгән атаны йәки әсәне сабыйын йәшәү өсөн ҡулай торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сығымды түләүгә йәлеп итергә хоҡуҡлы. Был яңылыҡ бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелә.
Читайте нас: