Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 14:40

Мутлашыусылар аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан

Әгәр элек аферистар үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тип таныштырһалар һәм шикле аҡса күсереүҙәр арҡаһында иҫәпте блокировкалау менән ҡурҡытһалар, хәҙер иһә иҫәпте ябыуға һорау килгәне тураһында хәбәр итәләр.

Мутлашыусылар банк иҫәбенән аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан, тип хәбәр итә «Известия».
Законһыҙ колл-үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәре социаль инженерияның тағы ла хәүефлерәк схемаһын файҙалана башлаған. Атап әйткәндә, банк клиенттарына уның иҫәбен ябыу талабы тураһында хәбәр ебәрәләр һәм аҡсаны «ҡотҡарырға» тәҡдим итәләр.
Үҙгәртелгән скрипт йәки аралашыу сценарийы хаҡында Рәсәй банкында һәм илдең башҡа ҙур банктарында билдәле инде.
Әгәр элек аферистар үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тип таныштырһалар һәм шикле аҡса күсереүҙәр арҡаһында иҫәпте блокировкалау менән ҡурҡытһалар, хәҙер иһә иҫәпте ябыуға һорау килгәне тураһында хәбәр итәләр.
Һуңынан мутлашыусылар аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсереү өсөн шәхси мәғлүмәттәрҙе аныҡлауҙы һорайҙар.
Шул уҡ ваҡытта мутлашыусылар скриптарҙы йыш алмаштыра, үҙҙәрен теләһә кем тип таныштырырға мөмкин — банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренән алып социаль хеҙмәттәргә, Пенсия фонды һәм киң мәғлүмәт сараларына тиклем.
Эксперттар хәтергә төшөрә: аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн SMS-тан операцияларҙы раҫлау өсөн кодтарҙы йәки бан картаһы реквизиттарын бер ҡасан да башҡаларға әйтмәгеҙ.
Читайте нас: