Аудиторияның кеше иғтибарын йәлеп иткән урынында Мортаза Ғөбәйҙулла улының график портреты һәм дәүләт идарасыһының рухын, эшенең мәғәнәһен төшөндөргән цитатаһы урын алған. Ул етәкселек иткән дәүерҙә уҡыу йорто заманса төҫ алды, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә әйҙәүсе учреждениеға әйләнде, ә республикабыҙ алдынғы урындарға күтәрелде, күпме белем усаҡтары, мәҙәниәт йорттары, спорт һарайҙары төҙөлдө, сәнәғәт эшмәкәрлеге, предприятиелар гөрләп торҙо.