Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 12:02

2020 йылда республикала 27 мәғариф объекты асыу планлаштырыла

#ВладимирПутин

Башҡортостанда быйылғы йылда инвестицион программа ярҙамында 47 мәғариф объекты төҙөлө. Уларҙың 27-һе Владимир Путиндың "май указдары"на ярашлы, "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә финанслана. Был хаҡта хөкүмәттең "Төҙөлөш сәғәте"ндә Дәүләт төҙөлөшө идараһы рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итте.
Өфө янындағы Чесноковка биҫтәһендә 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә. Туймазыла 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө билдәләнгән датанан күпкә алдараҡ тамамланасаҡ. Тағы 16 мәктәпкәсә учреждение нигеҙ эштәре стадияһында.
Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында һәм Булгаково ауылында 1225 һәм 825 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә башлаясаҡ, уларҙы файҙаланыуға 2021 йылда тапшырасаҡтар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: