Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 21:03

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһына нисек эләгергә?

.

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.
Ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Субсидиялар өс йыл дауамында – 2020-2022 йылдарҙа бүленә. Аҡса йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә.
Документта билдәләнеүенсә, уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алырға хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай.
Дәғүәселәргә талаптар иҫәбендә – уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк.
Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Йә иһә күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетҡа тап килһә.
Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: