Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан 2019 йылдың 1 декабренә 92 миллион ярым долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситкә һатҡан. Республика планды арттырып үтәгән. 2018 йылда иһә 76 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Быйыл өлгәшелгән һөҙөмтәләр талап ителгән күләмдән юғарыраҡ күрһәткес. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары Бойондороҡһоҙ дәүләтттәр берләшмәһе илдәренә, Төркиә, Иран, Монголия һәм Балтика буйына һатыла.