Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 18:36

Бәләкәс сағында уҡ Мөжәүир хәҙрәт уны йә ғалим, йә шағир булыр, ти

Танылған яҙыусы, шағир, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты [id184345067|Әхмәр Үтәбайҙың] күптән түгел генә үтеп киткән матур юбилейы менән ҡотлап, әҙип тормошонан ун ваҡиға тәҡдим итәбеҙ.#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

Танылған яҙыусы, шағир, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Үтәбайҙың күптән түгел генә үтеп киткән матур юбилейы менән ҡотлап, әҙип тормошонан ун ваҡиға тәҡдим итәбеҙ.

1. Әхмәр тыуғас та туҡтауһыҙ илаған. Өлкәндәр уға күҙ тейгән тип, Әхмәр исемен ҡушҡандар ҙа инде. Беренсенән, Әхмәр “ҡыҙыл” тигәнде аңлата. Элегерәк яңы тыуған бәрәстәргә ҡыҙыл сепрәк бәйләй торғайнылар: күҙ теймәһен, үлмәһен өсөн.

2. Өс йәшендә Әхмәр бик ҡаты ауырып китә. Уны бер нисек тә һауыҡтыра алмағас, Манһыр ауылындағы атаҡлы Мөжәүир хәҙрәткә алып барып өшкөртәләр. Әсәһенең һөйләүенсә, хәҙрәт шул саҡта: “Был балағыҙ күҙ менән ҡаш араһында булһын, унан ғалим, йә шағир сыға”, - тигән.

3. Әхмәрҙең ҡартатаһы Халистың өс ҡатыны булған. Өсөнсө, иң йәш ҡатыны Тайфа – Әхмәрҙең ҡартәсәһе. Ижадсы булып китеүенә тап Тайфа әбей йоғонто яһаған, кескенә сағында елкәһенә атландырып алып йөрөткән, йыр йырлаған, шиғыр, әкиәт һөйләгән. Фанилыҡ менән хушлашыр мәле еткәс тә, Тайфа әбей яратҡан ейәнен янына саҡырған. Әхмәргә өлкәндәр: “Ҡартәсәйең һине янына хушлашырға саҡыра, бар”, - тиҙәр. Малай иһә ҡартәсәһенең үлеүен кисектереү өсөн әүәҫлек башына менеп йәшеренә. Илап буҫыҡҡан малайҙы атаһы табып алып, Тайфа әбей янына алып бара. Ҡартәсәһе: “Бәхил бул, улым!” – ти ҙә йән бирә.

4. Әхмәр ун бер балалы ғаиләлә бишенсеһе. Дүртенсе класты тамамлағас, күршеһе, аҙаҡтан мәшһүр шағир булып киткән Рәйес Түләк менән яңы төҙөлөп ятҡан мәктәпте штукатурлауҙа ҡатнаша. Эшләп алған туғыҙ һумды ғаилә бюджетын тулыландырырға әсәһенә бирә.

5. Әхмәр бала сағында нефтсе булырға хыяллана. Гәзит-журналдарҙан нефтселәр тормошона бәйле мәҡәләләрҙе ҡырҡып алып, альбомға йәбештереп бара. Баҡтиһәң, уны нефтсе һөнәренә был хеҙмәт кешеһенең йәшәү шарты, йәғни “вагон романтикаһы” ылыҡтырған икән.

6. Әхмәр бер мәктәптә композитор Заһир Исәмғилев, Сибай сәнғәт училищеһы директоры Камил Вәлиев алдында “Абдрахман” йырын башҡарырға тура килә. Заһир Исмәғилев илай, Камил Вәлиев иһә: “Әйҙә, Салауат Юлаев операһында Салауат партияһын башҡар. Шиғыр-миғыр яҙып йөрөмә”, - тип өгөтләй башлай. Бер нисә тапҡыр машина ебәреп, уны сәнғәт училищеһына алып барырға тырыша. Әммә Әхмәр әҙәбиәткә тоғро булып ҡала.

7. 1971 йылда Әхмәрҙең атаһы 1-се маркалы “Жигули” машинаһы һатып ала. Атаһының яйын көйләп, улы ла руль артына ултыра. Дөйөм водитель стажы – 49 йыл.

8. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә Әхмәр “Һағыныу” фантастик повесын яҙа. 1992 йылда донъя күргән тәүге проза китабы ла шулай атала.

9. Бәләкәй сағында ағастан думбыра эшләп уйнағанын күргән атаһы уға почта аша яҙҙырып мандолина алып бирә. Уйнарға ла өйрәтә. Сират скрипкаға ла, гармунға ла етә. Әхмәр тағы ла ҡурайҙа, ҡумыҙҙа һәм әҙәбиәттә, теләһә ниндәй һүҙҙәр уйлап сығарып нервыла ла уйнай белә.

10. 2001 йылдың ноябрендә Төркиәгә бара. Ҡайтҡан саҡта ниндәйҙер сәбәп арҡаһында йылы кейемдәре һалынған багаж Истамбулда тороп ҡала. Өфөгә сәйәхәтсе күлдәксән генә килеп төшә. Башҡортостанда – ҡыш, тышта ҡар яуа. Бер ҡулында ҡурайы, икенсеһендә – документтары. Ярай әле, танышы осрап, уны Өфөгә илтеп ҡуя. Уның багажын иһә һуңынан үҙ йомошо менән Төркиәгә барған Гөлнур Ҡолһарина алып ҡайта. Мажараһыҙ йөрөмәй шул Әхмәр Үтәбай.
#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана
Читайте нас: