Бигерәк тә өҫтәлдәрҙә инде онотолоп барған тәғәм-ризыҡтарыбыҙҙың да күренеүе ҡыуаныслы күренеш. Һәр төбәк үҙ яғында ғына булған йә таралған аш-һыуҙы күрһәтергә тырыша. Сараға шулай уҡ Әбйәлилдең үҙенең һәр тарафы ла бай күргәҙмә менән килеп, ҡунаҡтарға төбәктең ризыҡҡа бәйле үҙенсәлекле йолаларын күрһәтә. Мәҫәлән, һеҙ һүрәттә күргән Хәмит ауылы оҫтабикәләре һуғым ашы табынын әҙерләгән.