Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 13:45

Республика башлығы Радий Хәбиров уҡыусы баланың яңы йыл хыялын тормошҡа ашырҙы

Өфөнән 8-се класта белем алыусы Елена Казанцева "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында Башҡортостан етәксеһенең эш кабинетында булыу хыялы тураһында яҙған. Теләге ҡабул булды, уны Республика йортона саҡырҙылар.

Радий Хәбиров эш урынын күрһәткән, эш тәртибе тураһында һөйләгән. Шулай уҡ Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" китабын, башҡорт оҫталарының ҡул эштәрен бүләк итткән, уңыштар теләгән. "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем үтте. Яңы йыл тамашалары барышында балалар теләктәрен ҡағыҙға яҙып, бер сылбыр итеп беркетте. Теләктәрҙең Елена Казанцева яҙғанын республика башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова үтәргә вәғәҙә биргән.
Читайте нас: