-5 °С
Ҡар
«Бөгөн мин республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осраштым, — тине Хәмиҙуллин. — Беҙ тарихи шәхестәребеҙҙе, яңы тарихтың геройҙарын, бай үткәнебеҙҙе популярлаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ, улар тирәләй йәмғиәтте берләштерә алыр инек, мәҫәлән, генерал Миңлеғәле Шайморатов. Миңә был мәсьәләләр менән журналист статусында шөғөлләнеү тығыҙыраҡ, шуға күрә улар менән яңы фәнни статуста эшләрмен. Яңы эшем тураһында һуңыраҡ хәбәр итермен. Республика етәксеһе алдыма ҙур бурыстар ҡуйҙы. Шуның менән бергә аудиториямды тынысландырырға теләйем, «Тарихи мөхит» тапшырыуым артабан да үҙемдең ҡатнашлығымда Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сығыуын дауам итер».