Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 11:19

Владимир Путин Конте менән һөйләште

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Италия Премьеры Джузеппе Конте менән Ливиялағы хәл тураһында һөйләште, уртаҡ эште дауам итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
"Италия яғы теләге менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Италия республикаһы Министрҙар советы рәйесе Джузеппе Конте менән телефон аша һөйләшеүе булды. Ливияла хәлде көйләүгә йүнәлтелгән уртаҡ эште дауам итеү менән ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Рәсәй-Италия хеҙмәттәшлегенең ҡайһы бер мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Төрлө дәрәжәләрҙә элемтәләрҙе дауам итеү тураһында килешелде", - тиелә.
Путин һәм Конте шулай уҡ Берлинда 19 ғинуарҙа уҙған халыҡ-ара конференция һөҙөмтәләрен дә тикшерҙеләр тип хәбәр ителә.

Читайте нас: