Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 16:39

Башҡорт телен уҡытыу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

#БашГУ #ФБФВиЖ

Бөгөн БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистикаһы факультетында “Башҡорт теле йылы”на һәм факультеттың юбилейына бағышланған “Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары” тип аталған ғилми-методик конференция уҙҙы.
Конференция йыйынтығына тупланған 120-нән ашыу ғилми мәҡәләлә, пленар һәм секция ултырыштарында яһалған 30-ҙан артыҡ сығышта туған телгә һөйөү, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, һүҙлектәр менән эшләү һәм йәш быуында был предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында традицион булмаған дәрес төрҙәрен үткәреү буйынса актуаль мәсьәләләр ҡаралды.
Шулай уҡ Бөйөк Ватанда енеүҙен 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналған республика кимәлендә үткән юғары класс һәм колледж уҡыусылары араһында үткәрелгән иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: