Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 2012 йылдан “Шоңҡар”ҙы етәкләй. Күбебеҙ уны тормошто үҙенсә аңлаған, халҡыбыҙ көнкүрешен, асылын яҡшы белгән, йәштәрҙе яратҡан, улар донъяһында, шөғөлөндә, ҡарашында бергә йәшәгән талантлы журналист, оҫта прозаик, үҙенсәлекле драматург булараҡ белә. Бөгөн беҙ AUTOбиография рубрикаһында баш мөхәррирҙең техникаға, ҡорос атҡа булған мөнәсәбәте менән таныштырмаҡсыбыҙ һәм бер үк ваҡытта (“шеф” үҙе бик ҡаршы булһа ла) уның шәхси тормошоноң беҙ белмәгән айырым биттәренә күҙ ҙә һалмаҡсыбыҙ.
– Һүҙҙе шунан башлайыҡ, Мөнир Сәхиулла улы, автомобиль йөрөтөү стажығыҙ нисә йыл?
– Тиҫтә ярым йыл. Көн һайын руль артында ултырған кеше өсөн был әҙ түгел, тип иҫәпләйем. Өфөнән ситтә йәшәйем, шуға күрә күҙ асҡыһыҙ буранмы, елеккә үтер һыуыҡмы, йә күңелде арбар хуш еҫле яҙғы таңмы – ғаиләмде тейәйем дә баш ҡалаға еләбеҙ. Көн дә шулай. Журналист юлдарын да иҫәпләһәм, Ер шарын, моғайын, берҙе генә урап сыҡмағанмындыр. Башҡортостанда бармай ҡалған районым берәү генә: Шаран. Ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Бер йәй 10 мең километрға яҡын ер үттек.
– Тимәк, һеҙҙе Шумахер тиһәк тә була?
– Берәй машина уҙып китһә, Мөнир-Шумахерҙы ла уҙыр әҙәмдәр бар икән дә, тип ҡуя янда килгән борт-инженерым-хәләл ефетем J. Тик шәп тиҙлек кенә оҫталыҡты билдәләмәй, әлбиттә.
– Ә оҫталыҡты нимә билдәләй?
– Тәртип. Алдымдан мәғәнәһеҙ рәүештә юлымды киҫә башлаһалар, юҡтан ғына уҙышырға тотонһалар, был әҙәмдәр “зеленый” тип уйлайым. Йә атаһының аҡсаһына алынған “уйынсыҡ”та сапҡан мажорик тим. Һәр трассаның, һәр юлдың үҙ тиҙлеге була. Ана шул тиҙлекте тоймайҙар икән, тимәк, стаж да, оҫталыҡ та юҡ. Хәҙер юлда мәғәнәһеҙ мажориктар, йәғни үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел, тип үҙҙәрен батша һәм хужа итеп тойған ҡанһыҙ дүрәктәр күбәйҙе. Улар хатта кеше тапатһалар ҙа, ҡайғыра, һыҙлана белмәйҙәр, шикелле. Судтарҙа ғәйептәрен танымай, баяғы атай ҡулы менән еңеп сығырына ышанып тағы ла нығыраҡ шашыналар. Ана шулай үҙебеҙҙең арала үҙебеҙгә фашистар тәрбиәләйбеҙ. Шуға юлда ҡорбандар һаны артҡандан-арта бара. Эске тәртипһеҙлектән килә ул.
Оҫталыҡ тинек... тыныс ҡына ҡағиҙәләрҙе һаҡлап, башҡаларға ихтирамлы һәм иғтибарлы водителдәрҙе мин оҫта, тәжрибәле тип әйтер инем. Һәм улар, ғәҙәттә, барыр еренә ваҡытында барып етә лә. Ун минут алдан да түгел, ун минут һуң да түгел.
– Беренсе тапҡыр руль артына ултырғанығыҙ хәтерегеҙҙәме?
– Мин - механизатор улы. Атайым “Йондоҙ” колхозының алдынғы тракторсыһы, комбайнсыһы ине. Бәләкәй саҡта тракторҙың дыр-дыр килеп ҡыҙып киткән тауышына уяна торғайныҡ. Тәүҙә өйҙә һыу йылыталар, майлы биҙрәнең ап-аҡ мейес плитаһында “оялып” ҡына ултырғаны хәтерҙә. Атай стартер тәгәрмәсен матур ғына ишелгән йәтеш кенә нәҙек арҡан менән урай ҙа киҫкен тартып ебәрә. Стартер йәмһеҙ әсе тауыш менән бер сама яңғыҙы ғына эшләй әле, шунан тракторҙы тоҡандырып ебәрә. Уныһы һелкенә биреп, ҡара төтөндәр сығарып геүләп эшләп китә. Һәм шунан таң менән тормош йыры башлана. Хәрәкәткә килә донъя, кемдәрҙер мәктәпкә ашыға, ферма эшселәре иртәнге һауымдан ҡайтып та килә, ирҙәр гараж яғына ағыла, һәр өйҙөң мөрйәһенән күңелле генә төтөндәр сыға... Ысын тормош ана шул бала саҡта ҡалған кеүек.
Беренсе тапҡыр?.. Атайым алдына ултыртып, бесән осоронда “Белорус” рулен тотторғанын иҫләйем, унан бигерәк техниканың тыңламаҫ алғы тәгәрмәсе һәм тиктормаҫ һикертмәле сидениеһы хәтерҙә. Бәләкәй саҡта күршебеҙ бала йәнле, ихлас Камил ағай Хызыров ГАЗ-54 колхоз машинаһында Хөрмәт дуҫым менән икебеҙҙе ырҙын табағына, баҫыуҙарға ултыртып йөрөтә ине. Шулай уҡ алдына ултыртып рул дә тоттора. Ҙур кинәнес ине. Камил ағайҙың беҙгә ҡарата ихласлығы бөгөн дә күңелемде йылыта.
Ныҡлы рулгә етенсене бөткәс, СКД-6 “Сибиряк”комбайнында атайымдың ярҙамсыһы булып эшләгәндә ултырҙым. Төшөм шәп булһа, комбайндар туҡтамай эшләй торғайны. Атайым төшкө аш мәлендә, үҙе тиҙ генә ҡапҡылап алыр өсөн, рулде миңә ышанып тапшыра. Барабанға ашлыҡ тығылып ҡуймаһын тип яй ғына, ипләп кенә йөрөргә тырышаһың. Һуңынан ике йыл Барый ағай Йәнмырҙин менән эшләнем. Бик егәрле, кешелекле, үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, бер үк ваҡытта интеллект яғынан да төрлө темаға һөйләшеп булыр остаз булды ул. Бер көн ул шәхси эштәре менән, яҡынын һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәте ине, буғай, Стәрле ҡалаһына киткәс, көнө буйы яңғыҙым борсаҡ саптым. Ергә һылашып ауған борсаҡты сабыу еңел эш түгел, ныҡлы оҫталыҡ та, талапсанлыҡ та талап ителә. Нисектер һәйбәт килеп сыҡты, борсаҡтарҙы ҡырып ҡына сабып таҫмаларға һалдым, атайым менән Барый ағайҙың өйрәтеүе бушҡа булмаған. Ул көндә гектар һаны буйынса оҫта комбайнсыларҙан һис тә артта ҡалмағайным. Ошо көндән алып үҙемде ер кешеһе, хеҙмәт тәмен белгән эш кешеһе итеп хис иттем. Ниязи дуҫтың “Днепр” матайында йөрөп маташҡан саҡтар ҙа булды. Тик барыбер техникаға һөйөүем улай уҡ көслө түгел, фанат булманым. Сөнки был юлдан китмәҫемде белә инем.
Элек тракторҙар йылытылмай, кабина эсе бик һыуыҡ була торғайны бит. Ҡышын бер көн атай бик-бик өшөп ҡайтты. Ҡулын, аяғын нисек йылытырға белмәй. Эҫе мейескә лә терәп ҡарай, ҡул бармаҡтарын сәс араһына ла тыға. Шунда ул, байлығым бөтһә бөтһөн, балаларымды уҡытам, минең һымаҡ ыҙаламаһындар, тигән. Һәм беҙ, атайым менән инәйемдең алты балаһы ла, уҡыуға шәп булдыҡ, юғары белем алдыҡ барыбыҙ ҙа. Күбебеҙ үҫеп килеүсе быуынға белем, тәрбиә биреү өлкәһендә тир түгә. Һәм һәр беребеҙҙең, шөкөр, урамында техникаһы бар.
– Нисә машина алыштырҙығыҙ?
– Минең өсөн һәр машинам – тере йән эйәһе. Һәр береһенең кешеләр кеүек яҙмышы, ғүмере, ырыҫы-ҡото бар. Алтынсы моделле “Жигули” алғанда (ул саҡта иң модалы транспорт төрө ине) “Йәшлек” гәзитендә эшләгән йылдарҙа дуҫтар тәҡдиме менән Азат исемле егеттән алдым. Ул ваҡытта “права” ла юҡ ине әле. Әлбиттә, машина, дөрөҫөн әйткәндә, ҡышты саҡ-саҡ сығып барған күтәртерҙәй алаша хәлендә булған. Ул тиклемен аңламағас, “тәгәрмәстәр әйләнәме-әйләнә, тауышы сығамы-сыға" тигән ҡараштан алғанмын инде. Ул саҡта үҙем дә егет, руле булғас еткән, тип мөрхәтһенгәнмендер. Хәле шулай булһа ла, атымдың күңеле киң һәм изге булып сыҡты. Бензин-һоло һалһаң, барыр ергә көндөҙ алып еткерә былай. Туймазыға ла барып сығам, Нуриман, Ғафури райондарына ла йәйәү йөрөмәйем, тигәндәй... Төнөн бик йөрөй алмай, артта бөтөнләй фаралар эшләмәй, алда “дальний”ҙар онотҡанда бер күҙ ҡыҫҡылап ала. Ҡышын мейес йылытмай. Боҙолор, йә тәгәрмәсе тишелер булһа, Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, ҡола юлда ҡалмай, тап йә сервис, йә шиномонтаж тирәһендә туҡтап ҡала торғайны. Алдамайым, ысынлап. Аҡсаға йүнәтәм дә артабан китәм. Хәле бөтөнләй мөшкөлләнгәс, ауылда ҡалдырып киттем.
Шунан Асҡар дуҫтан унынсы моделлене алдым. Быныһы ҡаралған, һимертелгән таймы ни, торған урынында уйнаҡлап тора. Холҡо ла күркәм булды, юҡ-барға сығынламаны, юлда мах бирмәне, үҙе көслө, үҙе етеҙ. Беҙ уның менән нисек сабырға белә торғайныҡ. Ел һыҙғырып ҡына ҡалманы, ел көнләшеп тороп ҡалды.
Ун икенсе йылдың ноябрендә тыуған яҡҡа яңы сыҡҡан китабым туйына ҡайтып барғанда, юл ныҡ тайғаҡ ине, боролошҡа инә алмай саптарым минең юлдан...Ҡыҫҡаһы, тегенең менән ике тапҡыр әйләнеп яңынан килеп ултырҙыҡ. Бәләкәс ҡыҙым уянып та өлгөрмәне, ҡатынымдың күҙлеге лә сатнаманы, минең маңлайҙа ғына унлы болт оҙонло бесәй тырнағандағылай иҫтәлеккә ҡыҙарып эҙ ҡалды.
Алғы тәҙрәләр сатнап, ҡабырғаһы, түбәһе ярайһы уҡ йәмшәйеп, ғәйепле төҫ алғас, һатырға булғайным да, инәйем һаттырманы. “Был һәйбәт, изге машина, - тине, - аунап, киреһенсә, буласаҡ ҙур бәләләрҙән һаҡлаған, шулай иҫкәрткән ул һеҙҙе. Алабарман машина тигеҙ юлдан да тайпылып, ғүмерҙәрҙе ҡыя, йә ғәрип итә, ә был бисара ҡабырсаҡҡа әйләнеп һеҙҙе үҙ ҡосағына алған, сыйылған урынығыҙ ҙа юҡ бит. Изге заттан”. Инәйем дәлилдәренә ышандым да, быныһын да тыуған йорт урамында ҡалдырып киттем. Ағайым ҡартластың йыйырсыҡтарын һыйпап-һылап йүнләп алды. Һаман да саба был саптарым. Теге йәки был йомошҡа һәләк шәп.
Һуңғыһын, “Рено Сандера”ны, Иҫәнғолдан Лев Николаевич тигән бабайҙан өр-яңы килеш тигәндәй алдым. Миңә, яҙыусыға, Толстой үҙе һатты был аҡбуҙатты, тим хәҙер. Алған көн үк Ришат хәҙрәткә барып, доға уҡытып, “мосолман итеп алдым” үҙен. Шөкөр, аңлашып ҡына йөрөйбөҙ былай. Боҙолғаны юҡ. Үткән йәй Ейәнсурала, “Йәйләү” лагерына барғанда, тыуған яғын һағыныуы булдымы, әллә тиҙ генә ҡайтҡыһы килмәнеме, юлдан ситкә ырғып сығынлап алды. Шуға хәҙер үҙем дә артыҡ шашмай, машинаны ла артыҡ наҙламай ғына йөрөргә тырышам. Әйтәм бит, һәр машина – үҙе бер яҙмыш, үҙе бер йән эйәһе. Ә эш йәки редакция машиналары яҙмыштарына туҡталһаң, күп тарихтар һөйләргә була.
– Автомобилдәрегеҙ араһынан күңелегеҙгә нығыраҡ ятҡаны ниндәй? Ни өсөн?
– Ҡайһыныһында йөрөйөм – шуныһы яҡын. Атланған атыңды хурлама, таянған дуҫыңды ғәйепләмә, тигәндәй, йөрөгән һәм һөйөндөргән һәр машинам яҡын. Бер генә машинамды ла һатманым, һәр береһе үҙ хужаһын үҙе тапты. Әйтәйек, инәйемдең ихатаһында торған “шестерка”мды ауылда бер ағайым бер йөк утынға алыштырып алып киткән. “Унынсы”мды ағайым йүнләп алды, тинем. Бына йөрөй бит әле тип, йыл һайын иттән өҙмәй. Уйлаһаң, улай уҡ бушҡа ла китмәгән икән J.
– Әле ниндәй автомобилдә йөрөйһөгөҙ?
- Аҡ төҫтәгеһендә. Биш тәгәрмәслеһендә, механикала.
- Запас та һалып йөрөйөм мин JJ. Былары шаяртыу, әлбиттә.
Алдан әйтеүемсә, Рено Сандерала сабам. Затлы аттарҙан түгел, шулай ҙа тыйнаҡ, аҡыллы һәм, иң мөһиме – минең холоҡто аңлай. Ҡыйбатлы машиналар, әлбиттә, уңайлы, ышаныслы һәм йыһазлылыр ҙа, тик минең булмышыма, матди торошома әлегә шул тап-таман.
Декабрь аҙағында етәкселегебеҙ журналыбыҙҙың 25 йәшенә өр-яңы Ниссан Альмера машинаһы бүләк итте. Рәхмәт. Был ҙур шатлыҡ беҙгә, лайыҡлы баҫмаға, халыҡ яратҡан журналға лайыҡлы бүләк тип уйлайым. Командировкаларға йышыраҡ сығырбыҙ, халҡыбыҙ менән яҡынданыраҡ, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашырбыҙ хәҙер, тим.
– Ә 2-3 миллион һум аҡса отһағыҙ, ниндәй марка автомобилен һайлар инегеҙ?
- Ундай аҡсаны берәй бизнесҡа һалыр инем. Барыр ергә имен-аман барып етер машиналарҙы үҙ итәм. Генри Форд әйтеүенсә, иң һәйбәте – яңы машина. Шуға күрә, әлбиттә, яңыһын алыр инем, юрғанға ҡарап...
- Шундай мөмкинлек булһа, машиналарға тағы ла ниндәй функция өҫтәр инегеҙ?
- Бер нәмә лә өҫтәмәҫ инем. Белмәгән эшкә ҡул тейгеҙергә бөтөнләй яратмайым. Инженерҙар, белгестәр барыһын да уйлап, һынау үткәреп нимәлер өҫтәп тора былай ҙа, баш етерлек түгел ҡайһы берҙә. Иң мөһиме – машина ышаныслы булһын.
– Руль артындағыларҙың ҡайһы берҙәре хатта яҡындағы магазинға ла йәйәү йөрөмәй. Һеҙ йәйәү йөрөү яҡлымы, әллә машинала ғына елдереп килеү яҡлымы?
– Йәйәү йөрөү яҡлы ла, тик... аңланың инде. Хәҙер ҡорһаҡ китте ишелеп, ана шуның да касафаты инде ул.
– Машиналы кеше уны йыуыу, ремонтлау эштәренән азат түгел. Һеҙ уны кемгәлер тапшыраһығыҙмы, әллә үҙегеҙ башҡарыуҙы кәрәк һанайһығыҙмы?
– Улым йә үҙем йыуам. Һәр кем үҙ эшен белергә, һәр кем үҙ эшендә профессионал булырға тейеш. Ул йәһәттән Динар күршем бик оҫта, үҙ оҫтаханаһы, үҙ шиномонтажы бар. Машинама уның ҡулы тейһә, атымдың күңеле күтәрелеп, көсө артып киткәндәй була. Мин уға ныҡ ышанам, ул йүнәткәс икеләнеүһеҙ, шикләнеүһеҙ ултырам да китәм. Юлда йөрөгәндә был бик мөһим, берәй шик булһа, тынғыһыҙлыҡ арта, һәр аҙымда ниндәйҙер мәшәҡәт, бәлә көтөп торғандай. Динар кеүек үҙ эшен белгән оҫта “хирург”тар мине ана шул йөктән ҡотҡара ла.
– Һеҙҙең юлығыҙҙы киҫеп үткән йәки үткәрмәгәндәрҙе берәй төрлө “язалап” китәһегеҙме?
– Элек йән көйөп үҙем яңынан уҙғылай инем, хәҙер тынысмын. Йәшем дә үҙен белдерәлер, йәш-елкенсәк артынан төкөрөк сәсеп йүгерер мәлем үтеп бара.
– Тиҙлек яратаһығыҙмы? Штрафтар йыш эләгәме?
– Яратам тип, тиҙлегем шундай: болан булып уҡ сапмаһам да, юртаҡтар рәтендәмен, мөмкин булғанда – сәғәтенә 100-120 км. Яй барғандарҙы йәнем һөймәй. Әйтәм бит, һәр трассаның үҙ тиҙлеге бар, шул ритмдан төшөп ҡалмаҫҡа тырышам. Ә инде шул юл тулҡынын ташбаҡа тиҙлеге менән боҙоусыларҙы тиҙерәк уҙып китеү яғын ҡарайым. Йыш булмаһа ла ”бәхет хаттары” килгеләй шу-ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
– Алыҫ юлға сығыр алдынан...
- Ултырып доғалар уҡып алабыҙ. Мотлаҡ. Хызыр Ильяс юлдаш булһын, яҡшы йәндәр осрап, яман йәндәр йыраҡ торһон, тип теләк теләйбеҙ.
Күп ырымдарға ышанам. Мәҫәлән, ике минутҡа ғына һуңлап сығырға мөмкин. Һәм ҡабаланаһың. Килеп тороп тимер юл аша үткән ерҙә тығын. Көтәһең, саҡ түҙеп ултыраһың. Поезд ищеү яй ҡыймылдаған кеүек. Өлгөрмәйем, тип борсолаһың. Артабан ҡуҙғалаһың һәм... алда биш минут элек кенә авария булған. Уның урынында һин дә булырға мөмкин инең. Шуға Хоҙай һине туҡтата биргәндер. Юл йөрөгәндә, сыҡҡанда ла изге уйҙар, татлы ниәттәр менән йөрөргә кәрәк.
– Юл йөрөгәндә машина менән идара итеүҙән тыш тағы нәмәләр эшләйһегеҙ?
- “Юлдаш” радиоһын тыңлайым. Уйланам, йырлайым, бик тә күңелһеҙ була башлаһа, балалар менән уйын уйнайбыҙ.
- Күп улар. Мәҫәлән, берәй хәреф менән башланған һүҙҙәр табабыҙ. Әйтәйек, “б”: быуат, быуа, буран, бал... Сират буйынса һүҙ табабыҙ, тик башҡортса һәм исем (ҡылым, сифат түгел) генә булырға тейеш. Таба алмаған төшөп ҡала. Ҡай саҡ илле-йөҙ һүҙгә еткән саҡтар була. Балаларға башҡорт телен яҡшыраҡ белер өсөн һәйбәт һәм файҙалы уйын. Аңламаған һүҙҙәрен әсәһе йә мин аңлатып та барабыҙ. Йомаҡтар ҡоябыҙ, һандар менән мәсьәләләр сисәбеҙ, айырым күренешкә рифмалар, шиғырҙар сығарабыҙ һ.б.
– Берәйһен машина йөрөтөргә өйрәткәнегеҙ булдымы?
- Юҡ. Киләсәктә буласаҡ, улым үҫеп етте.
– Автомобиль яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
- Бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайым, тип әйтә алмайым. Яңылыҡтарҙы ҡарап барам. Йәштәр менән төрлө темаға аралашырға тура килә бит. Тимәк, эшемдең бер өлөшө лә был. Хәҙерге заманда журналист бар өлкәне һәйбәт белергә тейеш. Технологияларға ҡағылышлыһын бигерәк тә.
– Һеҙҙең йәшәү рәүешегеҙгә ниндәй автомобиль тап килә тип уйлайғыҙ? Ни өсөн?
- Ҡыҙыҡ һорау. Был турала уйланғаным булманы. Крузак кеүек затлыларҙың тын алышын ултырып, йөрөтөп белмәгәс, уларға оҡшағанмын, тип әйтә алмайым. Ә бәлки... (көлә) кем белә, мин, бәлки, көслө кроссоверҙыр. Күктәге торнаға әүрәгәнсе, ерҙәге баяғы “десятка” ғына булайым: ышаныслы, изге, иҫке, тимәк, тарихҡа бай, тиктормаҫ... тағы нимә тип кенә үҙемде маҡтайым икән? J
– Рәхмәт, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүегеҙ өсөн. Аҡ юл һеҙгә!
Баш мөхәррирҙең машинаһына
Филүзә ӘХМӘТОВА ултырып йөрөнө.