Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 17:43

“Шоңҡар”, түбән төшмә!

Бик тә ҡыуаныслы булмаған хәбәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ... “Шоңҡар” журналының етәкселеге алмашынды. Абруйлы етәксебеҙ, талантлы журналист, драматург, баш мөхәрриребеҙ Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин “Ағиҙел” журналын етәкләйәсәк. Киләһе аҙнанан билдәле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов “Шоңҡар”ға баш мөхәррир булып килә. Мөнир Сәхиулла улының үҙенә һүҙ бирәйек:

Бик тә ҡыуаныслы булмаған хәбәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ... “Шоңҡар” журналының етәкселеге алмашынды. Абруйлы етәксебеҙ, талантлы журналист, драматург, баш мөхәрриребеҙ Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин “Ағиҙел” журналын етәкләйәсәк. Киләһе аҙнанан билдәле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов “Шоңҡар”ға баш мөхәррир булып килә. Мөнир Сәхиулла улының үҙенә һүҙ бирәйек:
– “Шоңҡар” минең өсөн ожмах утрауы, ҡанаттарымды йәйеп осорлоҡ иркенлек, тыуған өйөм булды. Бында үткәргән ете йылымдың һәр көнө ҡәҙерле. Хеҙмәттәштәремә, журналыбыҙҙы яҙҙырып алдырыусыларға, тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәтлемен. Мин йыраҡ китмәнем, бары мул һыулы “Ағиҙел”ебеҙҙе генә иңләргә булдым. Әҙәбиәт батшалығы мине ғүмер буйы әсир итте, ғүмер буйы үҙенә саҡырҙы, шул тарафтарға юлланыуым дөрөҫтөр ҙә. Осрашып, күрешеп торайыҡ! Барыр, осор тарафтарың бейеклектә булһын! “Шоңҡар”, түбән төшмә!


Мөнир Сәхиулла улы һәр ваҡыт йәштәрҙе яратыуы, таланттарҙы күрә, күтәрә белеүе менән айырылып тора, киләсәктә лә шулай булһын, “Ағиҙел”де лә яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә күтәрергә насип итһен! Ижад ҡомарығыҙ киләсәктә арта ғына барһын, ҡаурый ҡәләмегеҙ артабан да халҡыбыҙҙы ҡурсалар ҡалҡан булһын!
Читайте нас: